Эстәлеккә күсергә

Мал аҙығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мал аҙығы
Рәсем
Вики-проект WikiProject Agriculture[d] һәм WikiProject Horticulture and Gardening[d]
 Мал аҙығы Викимилектә
Бесән төргәге

Мал аҙығыйорт хайуандарына һәм малға тәғәйенләнгән аҙыҡ.

Донъя күләмендә аҙыҡтарын ҡулланыу дөйөм алғанда 635 миллион тонна тәшкил итә (2006 йыл), үҫеш темпы йыл һайын яҡынса 2 %.

Мал аҙығы етештереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы хайуандары өсөн күпселек аҙыҡ үҫемлектәрҙән етештерелә, әммә ҡайһы бер өлөшө малдан алына. Мал аҙығының күпселек өлөшөн бесән, силос, һалам, тамыраҙыҡ һәм картуф тәшкил итә.

Мал аҙығы махсус үҫтереп тә, тәбиғи болондарҙа ла етештерелә. Мал аҙығы әҙерләү — мөһим ауыл хужалығы эш төрө.

Ҡайһы берҙә мал аҙығы өсөн ауыл хужалығы ҡалдыҡтары ҡулланыла ала: жмых, һалам, ҡауырһын оно, һөйәк оно һәм балыҡ оно. Шулай уҡ төрлө сәнәғәт етештереү ҡалдыҡтары — виноград төпрәһе, барда, жом ҡулланыла.

Мал аҙығы итеп ҡулланылған үҫемлектәр исемлеге бер нисә тиҫтәгә етә; был хайуандар аҫралған географияғә һәм хайуандарҙың төрөнә бәйле.

Силос һәм үлән ҡатышмаһын малға ашатыу

Мал аҙығы булараҡ ҡулланылып кеше сәләмәтлегенә насар йоғонто яһаған иң билдәле матдә — рактопамин. Ҡатмарлы структур формаға эйә. Ит етештереүҙе арттырыу өсөн ҡулланыла — шуның менән һатырға мал һимертәләр. Әлеге ваҡытта уны ҡулланыу халыҡ-ара сәйәси киҫкен бәхәс предметы булып тора.